Бөгөн Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфия Кәримова атаһының шәхси әйберҙәрен бүләк итте. Хәҙер бөйөк әҙиптең өҫтәл лампаһы, сәғәте һәм 4 шиғырының ҡулъяҙмаһы музейҙа һаҡланасаҡ.
Был ваҡиғаға арнап, балалар китапханалары Мостай Кәримдең китаптарынан күргәҙмә лә әҙерләгәйне. Өфө мәктәптәре уҡыусылары шағирҙең әҫәрҙәре һөйләп ишеттерҙе.
Шулай итеп яңы музей экспонаттар менән байытылыуын дауам итә. Киләсәктә унда конференциялар үткәреү, тарихи фильмдар ҡарау ҙа планлаштырыла.