Бөтә яңылыҡтар
2 Октябрь 2019, 11:31

Спорт залдары йүнәтелә

Рәсәйҙең меңдән ашыу мәктәбендә спорт залдары төҙөкләндереләсәк һәм яңы спорт ҡоролмалары алынасаҡ. «Мәғариф» милли проектына ярашлы, был маҡсатҡа 1 миллиард 500 миллион һум аҡса бүленә.

Ведомство башлығы Ольга Васильеваның һүҙҙәренә һылтанып, ошо хаҡта Рәсәйҙең мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Министр «Президент спорт уйындары» Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусыларының спорт ярыштары финалында, бындай ярыштар үҙеңдең шәхсән, шулай уҡ командаңдың оҫталығын күрһәтергә, спорт майҙанында үҙеңдең мәктәбеңдең, ҡала йәки төбәгеңдең намыҫын яҡларға мөмкинлек бирә, тигәйне. Ә бит спорт уҡыуҙа ла яҡшы уңыштарға өлгәшергә, ниндәйҙер маҡсат ҡуйып, шуға ынтылыу мәктәп программаһын һәйбәт үҙләштерергә, имтихандарға әҙерләнергә ярҙам итә.


Читайте нас: