Әле бына Антарктида боҙлоғонан 315 миллиардлаған тонна ауырлыҡтағы айсберг айырылып сыҡҡан. Был турала Скриппс океанография институтының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. Хәҙер 210 метр ҡалынлығындағы был боҙ киҫәге яйлап ҡына төньяҡҡа йүнәлер, моғайын, тиҙәр. Майҙаны – 1 мең 636 квадрат километр икән. Санкт-Петербург ҡалаһы ҙурлығында. АҠШ ғалимдары был айсбергтың бүленеү ихтималлығы тураһында 9 йыл элек иҫкәрткән булған.
Гляциологтар, йәғни боҙҙарҙы өйрәнеүсе ғалимдар, быны глобаль йылыныу эҙемтәләре түгел, ә тәбиғи процесс, 60 – 70 йыл һайын була торған хәл, тип тынысландыра. Шулай ҙа, глобаль йылыныуҙың да ҡыҫылышы бар, тиеүселәр юҡ түгел. Был айсберг әллә нисә йыл буйы ирейәсәк, тиҙәр. Кеше уны бер ни ҙә эшләтә алмай, тик ситтән күҙәтеү генә мөмкин. Шуныһы: судноларға һаҡланырға, уны урап үтергә тырышырға кәрәк.