Октябрь аҙағында Рәсәй Президенты Владимир Путин махсус рәүештә губернаторҙарҙы йыйып, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен тикшерәсәк.
Ә был аҙнала беренсел медицина ярҙам күрһәтеүҙе яңыртыу буйынса кәңәшмә үткәргәйне. Был өлкәләге эш сифатынан кеше ғүмере оҙонлоғо, демография бәйләнгән, тип билдәләне ул.