– Октябрь аҙағына Израиль табиптарын саҡырҙыҡ, сөнки сир бик ҡатмарлы һәм ғәҙәти булмағанса. Тулыһынса тикшереү үткәрәбеҙ, әлбиттә, барыһы ла республика иҫәбенә. Беҙҙең ундай мөмкинлегебеҙ бар, ҡыҙыҡайҙы дауаларбыҙ, — тип хәбәр итә «Валдай» халыҡ-ара дискуссия клубының XVI ултырышы барышында республика Башлығы Радий Хәбиров.
Бынан алда республика хәйриә фонды ағзалары Стәрлетамаҡ районының Алатана ауылынан ике йәшлек ҡыҙға, башҡаларҙы ҡурҡытмаһын өсөн, балалар баҡсаһына юллама бирмәүҙәре хаҡында яҙып сыҡҡайны. Иҫке йортта бер ниндәй уңайлыҡтарһыҙ көн күргән ғаилә ике бүлмәле фатир менән дә тәьмин ителәсәк.