– Йәшелләндереү проекты бер көн менән генә тамамланырға тейеш түгел. Шуға Уҡытыусылар көнөнә бағышлап марафон ойошторорға булдыҡ. Уның маҡсаты – ауылдарҙы йәшелләндереүгә булышлыҡ итеү, ағас ултыртыу, шулай уҡ педагог һөнәренең абруйын арттырыу, – ти райондың мәғариф бүлеге начальнигы урынбаҫары Римма Зарипова.