Бөтә яңылыҡтар
4 Октябрь 2019, 11:19

Путин яңы ҡанунға ҡул ҡуйҙы

Федераль суд приставтары хеҙмәткәрҙәренең статусы үҙгәрә. Хәҙер улар дәүләт хеҙмәткәрҙәре һаналасаҡ.

Был туралағы ҡанунға Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған. Яңы тәртип буйынса, бында хеҙмәт итеү килешеү буйынса алып барыласаҡ. Шулай уҡ айырым вазифаларға кандидаттар конкурс һөҙөмтәһендә һайлап алына. Унан тыш, махсус дәрәжәләр һәм уларҙы биреү тәртибе лә ҡаралған.

Читайте нас: