Президент 1952 йылдың 7 октябрендә Ленинградта донъяға килгән. Әсәһе Мария Ивановна бик йомшаҡ, изге күңелле кеше була. Атаһы Владимир Спиридонович – һуғышта ҡатнашыусы, 50-се йылдарҙа вагон төҙөү заводында ҡарауылсы, оҫта булып эшләй.
1960 –1969 йылдарҙа Владимир Путин 193-сө һигеҙ йыллыҡ мәктәптә уҡый. Һигеҙенсе синыфтан һуң технологик институт нигеҙендәге химик йүнәлешле 281-се мәктәптә белем алыуын дауам итә.
– Мин уның телгә ҙур ҡыҙыҡһыныуын күрҙем. Тиҙ генә отоп ала, хәтере бик һәйбәт, зирәк аҡыллы ине. Был малайҙан рәт сығыр, тип ишек алдындағы малайҙар менән аралаштырмай, иғтибарымды күберәк бүлә башланым, – тип хәтерләй уҡытыусыһы Вера Гуревич.