Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 13:16

Ғафуриҙа «Нөктә ТВ» телестудияһы эшләй башланы

Ҡыуаныслы яңылыҡ! Ғафури районындағы Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт интернат-гимназияһында «Тамыр» селтәре» проекты сиктәрендә «Нөктә ТВ» телестудияһы асылды.

Был телестудияла әле 17 бала шөғөлләнә. Улар етәкселәре Лариса Рәхимова менән бергәләп телевидениеға ҡағылышлы һөнәрҙәрҙе үҙләштерә, башҡорт телендә видеояҙмалар әҙерләй.

– Бөтәһе лә журналист, оператор, тауыш операторы, монтажлаусы булып китмәҫ. Әммә ләкин улар тормоштарында бик кәрәкле һөнәрҙәр алыр, аҙымдар яһар. Уларҙың тәүге аҙымдарын хуплайбыҙ, нығынырҙар, – ти интернат-гимназия директоры Гөлсөм Монасипова.

Әйткәндәй, «Тамыр» селтәре» проектына республикабыҙҙың 11 мәктәбе ингән. Гимназияла яңы асылған был «Нөктә ТВ» телестудияһы ла ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс видеяҙмалары менән һөйөндөрөр әле.
Читайте нас: