Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 11:20

Лабораториялар булдырыла

Селекция, генетика, микробиология, биотехнологияларҙы өйрәнеү өсөн «Агрокуб» фәнни-уҡыу лабораториялары асыла. Улар «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» төбәк проектына ярашлы булдырыла.

Тәүгеләрҙән булып бындай лабораториялар ноябрь аҙағында Тамбов өлкәһенең ике мәктәбендә барлыҡҡа киләсәк. Бының өсөн уларҙы йыһазландырыуға ҡаҙнанан 12 миллион һум аҡса бүленә. Уҡыусылар өсөн өҫтәмә уҡыу бөтөнләй бушлай буласаҡ, программа V – XI синыфтар өсөн тәғәйенләнгән. Рәсәйҙә йыл аҙағынаса ошоға оҡшаш 7 лаборатория асыу көтөлә.




Читайте нас: