Бөтә яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 11:25

Путин исемендәге урам барлыҡҡа килде

Көньяҡ Осетияның Цхинвал ҡалаһындағы Мәскәү урамы Рәсәй Президенты Владимир Путин исеменә алмаштырылды.

– Владимир Путиндың тыуған көнөндә ҡаланың иң матур урамдарының береһенең исемен үҙгәртергә булдыҡ. Бөгөндән ул Рәсәй Федерацияһы президенты исемен йөрөтәсәк, – тип белдерҙе журналистарға Цхинвал ҡалаһының мэры Алан Кочиев.

Ул Көньяҡ Осетия шулай ил етәксеһен ҡотлай, тип хәбәр итеп, Рәсәй Федерацияһының үҙҙәренең республикаларына ниндәй ярҙам күрһәтеүен дә билдәләп китте.







Читайте нас: