Бөтә яңылыҡтар
10 Октябрь 2019, 17:47

Тағы штраф

Хөкүмәт кимәлендә тағы бер ҡанун әҙерләнә. Ата-әсәләрҙән штраф түләтеү тураһында. Нимә өсөнмө?

Балиғ булмаған балалары тәмәке тартҡан өсөн. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыусылар араһында ундайҙар байтаҡ. Насар ғәҙәттәргә ылығып китмәһендәр өсөн өлкәндәргә улдары һәм ҡыҙҙарына иғтибарлыраҡ булырға, улар менән аралашыуға күберәк ваҡыт бүлергә кәрәктер.

Әйткәндәй, 1 октябрҙән янғын хәүефһеҙлеге буйынса ла яңы ҡағиҙәләр индерелде. Балкондарҙа, ятаҡ, ҡунаҡхана бүлмәләрендә тартҡан өсөн иҫкәртеүҙән башлап 3 меңгә тиклем штраф янай.
Читайте нас: