Был декада барышында Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры биш спектаклен тәҡдим итә.
15 октябрҙә — уҙған миҙгелдең «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» премьераһы;
16 октябрҙә — «Тоҡ эсендә бесәй» спектакль-концерты ;
17 октябрҙә — «Йәләлетдин Ата» спектакль-уйланыу;
18 октябрҙә — «Заһир, Гөлшат һәм Берлин асҡыстары» лирик комедияһы;
19 һәм 20 октябрҙә уҡыусылар өсөн «Мәҙәни шәмбе» проекты сиктәрендә — «Беҙҙең өйҙөң йәме».
Ә Урыҫ драма театрында 15 һәм 20 октябрҙә «Ярлыҡау» повесы буйынса ҡуйылған «Луна и листопад» лирик комедияһы күрһәтелә.