Бөтә яңылыҡтар
15 Октябрь 2019, 11:21

Эр-Рияд менән бәйләнеш нығынасаҡ

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путиндың Сәғүд Ғәрәбстанында рәсми осрашыуы Мәскәү һәм Эр-Риядтың яңы кимәлдәге бәйләнешен күрһәтә. Был турала беренсе каналға биргән интервьюһында Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдерҙе.

Президент булыу осоронда ил етәксеһе бында 2007 йылда булғайны. Элеккеһе менән сағыштырғанда әлегеһе юғары кимәлдә үтә. Һөйләшеүҙәрҙән күренеүенсә, Мәскәү менән Эр-Рияд бөтә йүнәлештәр буйынса бәйләнеш алып барасаҡ, шул иҫәптән инвестициялар, хәрби-техник өлкә буйынса ла.


Читайте нас: