«Йылдың иң яҡшы табибы» республика премияһы финалистарына 20 мең һум күләмендә аҡса биреләсәк. Уның суммаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығында билдәләнә. Ә иң яҡшы табип исеменә айырым һөнәр буйынса хеҙмәт стажы 10 йылдан да кәм булмаған, медицина учреждениеһында 5 йылдан да кәм эшләмәгәндәр дәғүә итә ала.