Был яңылыҡ кабель, интернет-телевидение, IP-ТВ йәки спутник ТВ менән ҡулланыусылар өсөн ҡағылмай. Ә ҡалғандарға үҙҙәренең телевизорын ҡарарға кәрәк буласаҡ. Әгәр ҙә яңы модель икән, өҫтәмә ҡоролмалар талап ителмәй. Алты-ете йыл элек алынһа, телевизор өсөн һанлы приставка алырға тура киләсәк.
Аҙ тәьмин ителгән граждандарға – ай һайын балаға пособие алғандарға һәм пенсияһына федераль социаль өҫтәмә алған хаҡлы ялдағыларға һанлы эфир йәки спутник телевидениеһын ҡабул итеү өсөн ҡорамал һатып алыу һәм ҡуйыуға дәүләт ярҙамы күрһәтелә. Бындай ярҙамды 8 меңгә яҡын кеше алған да инде. Ике меңгә яҡыны приставкалар буйынса компенсация һорап мөрәжәғәт иткән.
Консультацион үҙәк белгестәре һанлы телевидениеға нисек тоташтырыу кәрәклеге тураһындағы һорауҙарға 8 (347)246 – 45 – 78 телефоны буйынса яуап бирәсәк. Республикабыҙҙа йәшәүселәр теләһә ниндәй ваҡытта ҡыҙыу линияға шылтыратып, тулыраҡ мәғлүмәт, ирекмәндәрҙән ярҙам һорай ала: 8 (800) 347 00-55.Был эшкә Башҡортостандан 4 меңгә яҡын ирекмән йәлеп ителгән.