Бөтә яңылыҡтар
16 Октябрь 2019, 17:02

Афарин, Красноусол гимназистары!

Ғафури районының Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының "Һарыҡты кем ашаған?" командаһы “Торатау” конгресс-холында Башҡорт Юниор КВН лигаһының VII миҙгел асыу Ҙур фестивалендә ҡатнашты.

Улар бик матур сығыш яһап, III урын алып ҡайттылар. ”Беҙҙең еңеүҙә уҡытыусыларыбыҙҙың, редакторҙарыбыҙҙың, мәктәбебеҙ етәксеһе Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙының, ата-әсәләребеҙҙең өлөшө ҙур”, – тип рәхмәттәрен белдерә бәйге лә ҡатнашыусылар.

Маладистар! Һеҙгә уңыштар, яңы үрҙәр һәм күп еңеүҙәр теләйбеҙ!
Читайте нас: