Ҡабаттан һайлау съезында был вазифаға берҙән-бер кеше дәғүә итә ине. Ул – Айнур Бирғәлин, назараттың мөфтөйө итеп тәғәйенләнде. Йыйылышта республикабыҙҙың район, ҡалаларынан 152 мосолман руханиҙары ҡатнашты. Уларҙың күбеһе Айнур Бирғәлингә тауыш бирҙе. Унан ойошманың уставы үҙгәртеп төҙөлдө. Уға ярашлы, Диниә назараты рәйесе биш йылға бер һайлана.