Бөтә яңылыҡтар
17 Октябрь 2019, 20:20

Аҡбуҙатҡа һәйкәл

Туристарҙың иң яратҡан урыны, республикабыҙ ғорурлығы Бөрйән районындағы “Шүлгәнташ” мәмерйәһе, тиһәк, яңылышмаҫбыҙ, моғайын.

Унда барғанда, «Аҡбуҙат» эпосында телгә алынған Йылҡысыҡҡан күлен дә күрмәй китеү мөмкинме һуң? Аҡбуҙатҡа һәйкәл ҡуйыласағы тураһында ла күптән беләһегеҙҙер әле. Был иҫтәлекле ваҡиға ноябрь айына планлаштырылған икән.

Ә һәйкәл башҡорт скульпторы Өлфәт Ҡобағошов эскизы буйынса Кәҫле архитектура-художество ҡойоу заводында эшләнә. Дөйөм бейеклеге – 5, Аҡбуҙаттыҡы 3,5 метр буласаҡ. Был турала Хөкүмәт йортонда үткән тәүге «Турист сәғәте»ндә билдәле булды.
Читайте нас: