Бындай бурысты ил етәксеһе ғаилә һәм балаларҙы яҡлау буйынса үткәрелгән йыйылыштан һуң йөкмәтте. Владимир Путин билдәләнгән исемлектәр теҙмәһендә 2020 йылдың апреленә тиклем уҡытыусының абруйын күтәреү, синыф етәкселәрен дәртләндереү йәһәтенән саралар күреү, Суворов училищеларына һәм кадет мәктәптәренә төрлө ғаиләләрҙән уҡырға инеү кимәлен күтәреү ҙә бар. Йәштәрҙе рухи-әхлаҡи яҡтан тәрбиәләү йәһәтенән координацион үҙәк асыу ҙа күҙаллана.