Мәҫәлән, Өфө дәүләт нефть-техник университетына ингәндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада еңеүсеһенә өҫтәмә – 10, призёрына 7 балл бирәсәктәр. Башҡорт дәүләт университетында ла шулай уҡ. Авиация университетында иһә еңеүсегә лә, призёрға ла – 7 балл.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларның I Бөтә Рәсәй съезы һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Башлығы күрһәтмәһенә ярашлы эшләнгән был ғәмәл, әлбиттә, республикаға исем биргән халыҡ теленең абруйын күтәрә.