Вертолёт майҙансығы бында осраҡлы ғына барлыҡҡа килмәгән. Яҡында ғына иң көслө медицина учреждениелары – кардиология үҙәге, Ашығыс медицина ярҙамы, балалар клиник дауаханалары, Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты урынлашыуы ла иҫәпкә алынған. Был урын төрлө кимәлдәге ауыр хәллеләрҙе ҡотҡарыу өсөн дә уңай буласаҡ.
Алдағы йылдарҙа Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Белорет, Баймаҡ ҡалаларында һигеҙ вертолет майҙансығы асылыу көтөлә.