– Режиссёрлыҡ эше, драматургияны дөйөм үлсәмгә һалып ҡарарға ярамай. Улар айырым бер өлкәне биләп тора. Режиссёр, драматург булырға теләгәндәр өсөн икенсе юғары белем алыуҙы бушлай итеүҙе уйларға кәрәк. Гранттар биреүҙе күбәйтеү йәки икенсе юғары белем алыуға ҡуйылған сикләүҙәрҙе алып ташлау юлдары менән с смммс был мәсьәләне хәл итәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Сергей Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтының алдынғы сығарылыш студенттары менән осрашыу ваҡытында.