– Йәштәребеҙ илдең һәм донъяның билдәле урындарында бейеү модаһын индерҙе. Минеңсә, улар бер кемгә лә ҡамасауламай. Республиканан ситтә йәки уның эсендә, ләкин Башҡортостандан ситтә йәшәгән ҡунаҡ менән иң матур башҡорт бейеүе өсөн шәхси бүләгемде тапшырам! Һылтанмалар ебәрегеҙ! — тип яҙа Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Әйткәндәй, #Башҡортбейеүенбашҡарам флешмобы быйыл сентябрь айында башланғайны. Проектта ҡатнашыу өсөн башҡорт бейеүен бейергә һәм уны #башҡортбейеүенбашҡарам, #башҡортбейеүенөйрәнәм хештегтары менән интернетҡа һалырға кәрәк.