Был сара быйыл да ойоштороласаҡ. Ошо уңайҙан гимназияның «Осҡон» балалар ойошмаһы вәкилдәре форумды үткәреү буйынса республика инженер интернат-лицей уҡыусылары менән осрашты. Улар менән берлектә проект-план төҙөлдө, түңәрәк өҫтәл артында ике уҡыу йортоноң дуҫлыҡ ептәрен нығытыу буйынса ла файҙалы һөйләшеү ойошторолдо. Был хаҡта гимназияның «Осҡон» балалар ойошмаһының «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмөндә хәбәр итәләр.