Бөтә яңылыҡтар
18 Октябрь 2019, 05:59

Юғары тиҙлектәге интернет үтә

«Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә «Мәғлүмәт инфраструктураһы» проекты ғәмәлгә ашырыла башлай.

Әлеге проект 100-ҙән алып меңгә тиклем кеше йәшәгән ауылдарҙа юғары тиҙлектәге интернет үткәреүҙе күҙ уңында тота. Бөгөн 50 социаль объектҡа тоташтырылған булһа, 2021 йылдың аҙағына тиклем был һан 2 мең 774-кә еткерелеү көтөлә. Социаль объекттарға мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, полиция, янғын бүлексәләре ҡарай. Ошо йылдың 1 декабренә тиклем 722 социаль объектҡа интернет үткәрелергә тейеш.


Читайте нас: