Бөтә яңылыҡтар
22 Октябрь 2019, 15:17

Башҡортса фильм ҡарарға килегеҙ!

"Тамыр" телеканалы кескәй дуҫтары менән яңы осрашыуға әҙерләнә. Ул шаршамбы, йәғни 23 октябрь көнө, "Родина" кинотеатрында була.

Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса "Тамыр" телеканалы төшөргән "Беҙҙең өйҙөң йәме" һәм "Малайҙар" фильмдары күрһәтеләсәк.

"Дуҫтар! Уйындарҙа ҡатнашып, бүләктәр отоп, туған телдә, фильмдарҙа төшкән геройҙар менән аралашҡығыҙ киләме? Улайһа, беҙ һеҙҙе көтәбеҙ!" – тип яҙа үҙенең сәхифәһендә "Тамыр"ҙан Гөлназ Ишемғолова.

Кескәй дуҫтар, һеҙҙе “Тамыр” көтә!
Читайте нас: