Бөтә яңылыҡтар
22 Октябрь 2019, 15:04

"Һеңлекәш" фильмын илай-илай ҡараныҡ

– Беҙ ҙә Мостай Кәримдең "Беҙҙең өйҙөң йәме" әҫәре буйынса төшөрөлгән Александр Галибиндың "Һеңлекәш" фильмын ҡараныҡ. Әлбиттә, Стәрлетамаҡ ҡалаһына барып, ҙур экрандан инде.

Был әҫәр менән әҙәби уҡыу дәресендә танышһаҡ та, фильм шул тиклем ҙур тәьҫораттар ҡалдырҙы. Төп геройҙар – Арыҫлан Ҡырымсурин менән Марта Тимофееваның үҙ ролдәрен ҙур оҫталыҡ менән уйнауҙары күңелдәргә үтеп инде. Һуғыш йылдарындағы халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге, изгелеге, характер ныҡлылығы, башҡорт халҡына хас сабырлыҡ, ҡунаҡсыллыҡ фильмда киң яҡтыртылған. Тәрбиәүи яҡтан да, тарихи яҡтан да был фильм бик ҙур әһәмиәткә эйә, тип уйлайбыҙ. Фильм барышында ҡыҙҙарыбыҙ илашып бөттө, егеттәребеҙ ҙә тып-тын ҡараны. Ныҡ оҡшаны!

Ошондай фильмдар күберәк төшөрөлһөн ине. Беҙгә фәһемле һәм күңелле ял бүләк иткәндәре өсөн, гимназиябыҙ директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙына, атай-әсәйҙәргә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ, – тип яҙа Ғафури районының Красноусол башҡорт интернат-гимназияһының IV “А” синыфы уҡыусылары.
Читайте нас: