Бөтә яңылыҡтар
22 Октябрь 2019, 20:15

Видео төшөрөргә яратһаң...

Дуҫтар, «Киноглаз» республика балалар кинофестивале үткәрелеүе тураһында белә инегеҙме?

Унда VI – XI синыф уҡыусылары, үҙешмәкәр балалар коллективтары, йәмәғәт ойошмалары ҡатнаша ала. Ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 2019 йылдың 20 ноябренә тиклем ебәрергә мөмкин икән. 29 ноябрҙә еңеүселәрҙең исемдәре билдәле буласаҡ.

Ниндәй темалар буйынса видеофильмдар ҡабул ителә, ҡайһы адрес буйынса ебәрергә, ниндәй документтар тултырырға – барыһы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте http://www.irorb.ru/kinoglaz адресы буйынса уҡығыҙ.
Читайте нас: