– Бөгөн йылына уртаса 50 меңгә яҡын кеше юғары уҡыу йортона уҡырға инә, шуларҙың 27 меңе – ҡаҙна, 23 меңе – түләүлегә. Медицина белгестәренә ҡытлыҡты бөтөрөү өсөн ҡаҙна урындарына ҡабул итеүҙе арттырырға теләйбеҙ, – тине министр.
Белеүебеҙсә, «Беренсел медик-санитар ярҙам системаһын үҫтереү» «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының төп федераль проектының береһе булып тора. Ошо йәһәттән медицина белгестәре әҙерләүгә лә иғтибар бүленә.