Унда биш райондан алты ауыл ҡатнашты. Журналистар һәр береһенә барып, халҡы менән танышып, видеосюжеттар төшөрҙө. Ауыл кешеләрен тура эфирға саҡырып, тапшырыуҙар эшләнеләр.
Бөгөн ошо үҙенсәлекле сараны йомғаҡлап, еңеүселәрҙе бүләкләнеләр. Ә улар социаль селтәрҙәрҙә тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса асыҡланды. Ауылдар араһында иң күп тауыш йыйыусы – Учалы районынан Бәләкәй Ҡаҙаҡҡол. Бағымсыларҙың төп бүләге – мини-трактор ошо ауылға эләкте.
– Беҙҙә егәрле, дәртле, берҙәм халыҡ йәшәй. Күптәр шәхси хужалығында мал үрсетеп, һөт ризыҡтары етештереп һата. Йәштәр ҙә тыуған ерҙәрен ярата, ауылда ҡалыусылар күп. Һуңғы бер нисә йылда ғына яңы ике урам үҫеп сыҡты, – ти урындағы хакимиәт башлығы Илдар Килмөхәмәтов.
Бәләкәй Ҡаҙаҡҡолда, ысынлап та, бик әүҙем, дәртле, ҡул эштәренә оҫта халыҡ йәшәй икән. Боронғо кәсептәрҙе тергеҙеүсе оло быуын кешеләре ихтирамға лайыҡ. Тәбиғәте лә бик матур.
«Иң шәп ғаилә – 2019» номинацияһында Әбйәлил районының Әбделмәмбәт ауылынан Насировтар ғаиләһе еңеүсе булды. Ғәлиә һәм Сәлих Насировтар дүрт ҡыҙ һәм бер малай тәрбиәләп үҫтерә. Ҡыҙҙары Эльвира һәм Альбина спорт менән етди шөғөлләнә, район, республика кимәлендәге ярыштарҙа ҡатнашып, бик күп миҙалдарға лайыҡ булғандар. Бигерәк тә еңел атлетиканы яраталар. 11 йәшлек Динир ҙа уларҙан ҡалышмай. Иң оло ҡыҙҙары шәфҡәт туташы булып эшләй.
– Ғаиләлә иң мөһиме – бер-береңде ихтирам итеп, аңлап йәшәү, – ти Насировтар.
Ошо уҡ ауылдан буҙа оҫтаһы Гөлйөҙөм Сафина «Алтын ҡулдар» номинацияһында бүләкләнде. «Тыуған ауылды һаҡлаған өсөн» махсус бүләге Тәтешле районынан Шулған ауылына тапшырылды.
Был сара унда ҡатнашҡан ауыл кешеләрендә үҙ алтын бишегенә – тыуған еренә ҡарата һөйөүҙе тағы ла арттырғандыр. Республиканың башҡа ауылдарында булған матур йолаларҙы, яҡшы яңылыҡтарҙы үҙ тәжрибәләрендә ҡулланырға теләүселәр ҙә булғандыр.
Киләсәктә «Алтын бишек» телевизион конкурсында тағы ла күберәк ауылдар ҡатнашһын ине. Бик һәйбәт сара!