Ә ҡалғандарында ниндәйҙер булһа ла сирҙәр булыуы асыҡланған. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы килтергән мәғлүмәттәргә ҡарағанда, 17 йәшкә тиклемге балаларҙа нервылар, аш һеңдереү, һөйәк-мускул, эске биҙҙәр системалары, күҙ ауырыуҙары менән интегеү йыш осрай. Республикабыҙҙа инвалид балалар һаны артыуы ла күҙәтелә. Үткән йыл менән сағыштырғанда, улар 687-гә күбәйгән.