Бөтә яңылыҡтар
24 Октябрь 2019, 19:07

23 йәшкә тиклемге 8 балағыҙ бармы?

Республикала 8 һәм унан күберәк балиғ булмаған балалары булған ғаиләләргә бер тапҡыр 600 мең һум аҡса бирелә.

2020 йылдан был матди ярҙамды алыусылар күбәйәсәк. Сөнки Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары ошо туралағы ҡанунға матур ғына төҙәтмә индергән. Йәғни киләһе йылдан 8 һәм унан күберәк 23 йәшкә тиклемге балалары булған ғаиләләргә 600 мең һум биреләсәк. Күпселек үҫмерҙәр мәктәпте тамамлау менән эшләй башламай бит, ә ҡайҙалыр белем алыуын дауам итә, шуға ла ата-әсәһе ҡарамағында була. Ошоно күҙ уңында тотҡан да инде депутаттар.
Читайте нас: