Бөтә яңылыҡтар
24 Октябрь 2019, 16:02

Ирекмәндәрҙең эше йыйынтыҡҡа ингән

«Ҡаланы үҫтереү йәмәғәтселек фонды» ирекмән командаларҙың уңышлы эштәре тураһында йыйынтыҡ әҙерләне. Уның исем туйы 29 октябрҙә «Торатау» конгресс-холында «3D»-«бәләкәй эштәр» ирекмәндәре» проектын йомғаҡлау конференцияһында уҙасаҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: ошо йылдың март айынан «3D»-«бәләкәй эштәр» ирекмәндәре» марафоны старт алғайны. Республикабыҙҙың район-ҡалаларынан 21 ирекмән командаһы өс йүнәлеш буйынса бик күп изге һәм файҙалы эштәр башҡарҙы: өлкәндәр һәм инвалид балалар шефлыҡҡа алынды, төрлө хәйриә акциялары, саралар, экологик өмәләр ойошторолдо… Мәҫәлән, Учалы районы Ураҙ ауылының «Ҡырмыҫҡалар» ирекмән отряды өлкән йәштәгеләр өсөн фольклор байрамы үткәрһә, Ейәнсура районы Иҫәнғолдағы «Изгелек» ирекмәндәр отряды өлкән йәштәгеләр, ветерандарға ярҙам күрһәтергә йөрөнө.
Читайте нас: