Үткән йылдың декабрендә депутаттар «Башҡортостан Республикаһының транспорт налогы тураһында» ҡанунына ошо турала үҙгәрештәр индергәйне. 100 процент ташлама – двигателе 150 ат көсөнә тиклем эйә булған автомобиль, 125 ат көсөнә эйә микроавтобус хужаларына ҡағыла. Тик һалым түләмәҫ өсөн үҙең йәшәгән райондың һалым инспекцияһына барып ғариза яҙырға, тейешле документтарҙың күсермәләрен тапшырырға кәрәк.