Бөтә яңылыҡтар
24 Октябрь 2019, 11:14

Рәсәй Африка илдәренә ярҙам итәсәк әле

Рәсәй алдағы көндәрҙә лә Африка партнёрҙарына көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса ярҙам итеүен ташламаясаҡ. Атап әйткәндә, Мәскәү был илдәргә урындағы кризистарҙы еңеп сығырға, терроризм, экстремизм, енәйәтселек менән көрәш алып барырға ла булышлыҡ итәсәк.

23-24 октябрҙә Сочиҙа уҙған «Рәсәй – Африка» иҡтисад форумы һәм саммиты барышында Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо хаҡта белдерҙе. Ул быға өҫтәп, Африка дәүләттәре менән әүҙем бәйләнеш алып барыуҙы дауам итергә теләүен дә хәбәр итте.


Читайте нас: