Бөтә яңылыҡтар
24 Октябрь 2019, 19:12

Шулай ҙа була икән!

Америкала бер ҡатын 10 йәшкә тиклемге өс балаһы менән бергә 245 йән эйәһен йәшәткән... Был турала улар йәшәгән ҡаланың полиция етәксеһе социаль селтәрҙә яҙған.

Аптырауыңдан ултыра төшөрһөң! 2 бесәй, 4 эт, терпе, 12 ҡуян, ташбаҡа, 14 ҡош, сысҡандар, ҡомаҡтар... Уларҙың артынан таҙартып бөтөп булмауы билдәле инде: һаҫыҡ еҫ, бысраҡ сүп-сар. Аптырағас, ғаилә башлығы хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған. Ул ҡатынын бер нисек тә тыңлата алмағас, балаларҙы алып айырылырға уйлаған.

Тикшерергә килгән полиция хеҙмәткәрҙәренең иҫе киткән. Сабыйҙарҙы балалар һәм ғаилә эштәре буйынса департамент ваҡытлыса алып торған, йән эйәләренең бөтәһен дә приютҡа урынлаштырғандар.
Читайте нас: