Сөнки психологтарҙың эш сәғәттәре ҡыҫҡартылған. Ә был хеҙмәттә эшләгән белгестәр әйтеүенсә, ярҙам һорап шылтыратыуҙарҙың 60 проценты төнгө һәм таңғы сәғәттәргә тура килә икән. Тимәк хәҙер үҫмерҙәргә үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр буйынса психологтарға мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге сикле булып сыға.
Ышаныс телефонына ошо йылдың 9 айында ғына балаларҙан һәм үҫмерҙәрҙән 14 мең 328 шылтыратыу булған. Шуларҙың 141-е балаларға ҡарата ҡаты бәғерлелеккә бәйле. Бүтән күңелһеҙ хәлдәр ҙә етерлек. Үҫмерҙәрҙең өйҙән сығып китеүе, үлеме тураһында насар яңылыҡтар йыш ишетелеп тора бит.
Ышаныс телефоны менән бәйле аңлашмаусанлыҡ ыңғай хәл ителер, 8 800 2000 122 телефонына яңынан тәүлек әйләнәһенә шылтыратыу мөмкинлеге булыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.