Рәсәй Федерацияһының милли проектына ярашлы, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә өҫтәмә урындар булдырыу, бер сменалы уҡыуға күсеү күҙаллана. Йыл һайын ауыл мәктәптәрендә 48 спорт залы төҙөләсәк һәм төҙөкләндереләсәк. Өс йыл эсендә уҡыусыларҙы алыҫ ауылдарҙан уҡырға йөрөтөр өсөн 252 автобус һатып алыу ҡаралған. Алдағы йылда 60 яңы автобус алыу өсөн 107 миллион һум аҡса бүленәсәк.