Бөтә яңылыҡтар
25 Октябрь 2019, 11:18

Сүриәнән Мәскәүгә – һыбай атта

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән осрашырға теләп, Сүриәнең Дамаск ҡалаһы кешеһе ғәҙәти булмаған сәйәхәткә юлланған. Аднан Аззам бына 8 ай инде һыбай атта Мәскәүгә ҡарай елдерә.

Әле ул Махачкалаға килеп еткән. Унда сәйәхәтсене икмәк, тоҙ, бейеүҙәр менән ҡаршы алғандар. Аднан 4 меңгә яҡын саҡрымды елеп үткән, өс илдең сиген киҫеп сыҡҡан. Мәскәүҙә ул Рәсәй Президенты менән шәхсән осрашып, атын бүләк итергә ниәтләй.


Читайте нас: