Бөтә яңылыҡтар
28 Октябрь 2019, 06:36

Олимпиадалар, фестивалдәр ҙә ойоштора

Быйыл «Милли технологик башланғыстар дәрестәре»н үткәреүгә Рәсәйҙең 79 төбәгенән 1 мең 500 мәктәптән ғариза бирелгән. Иң әүҙем ҡатнашыусылар – Санкт-Петербург, Ханты-Манси автономлы округы һәм Томск өлкәһенән.

Был Бөтә Рәсәй акцияһы икенсе йыл ойошторола. Методистар тарафынан әҙерләнгән материалдар VII – XI синыфтар өсөн тәғәйенләнгән.
Милли технологик башланғыстар түңәрәк хәрәкәте дәрестәр генә үткәреп ҡалмай, олимпиадалар, фестивалдәр ҙә ойоштора. Уның ҡуйған бурыстары Рәсәйҙең «Фән» милли проектына ла индерелгән.

Читайте нас: