Бөтә яңылыҡтар
28 Октябрь 2019, 11:18

Йөрөтөүсеһеҙ машиналар һынау үтәсәк

Яңыраҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһында яһалма аҡылды үҫтереү» тураһында ҡарарға ҡул ҡуйып, 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһын раҫлағайны.

Был документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында ла баҫылған. Ил етәксеһе ҡарарына ярашлы, Рәсәй Хөкүмәте 15 декабргә тиклем үҫеш стратегияһын «Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисад» милли проектына индерергә, шулай уҡ йыл һайын уның нисек ғәмәлгә ашырылыуы тураһында президентҡа сығыш әҙерләргә тейеш.

Владимир Путин әйтеүенсә, стратегияны тормошҡа ашырыу яһалма аҡыл өлкәһе буйынса илде алдынғы рәткә сығарырға, техник бойондороҡһоҙлоҡҡа һәм көнәркәшлек һәләтлегенә ирешергә мөмкинлек бирәсәк. Ил етәксеһе күп алдынғы илдәрҙең яһалма аҡылды үҫтереү буйынса эш итеү пландары ҡороп ҡуйғанын да белдерҙе.

Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк, «Яндекс» интернет-компанияһы Хөкүмәт ярҙамында яһалма аҡыл менән йыһазландырылған автомобилдәрҙе һынау ҙа үткәрә. Быйыл ғына Рәсәй юлдарында 100-гә яҡын пилотһыҙ машиналарҙы сығарыу күҙаллана.





Читайте нас: