Ул бер йыл элек Пи һанының өтөрҙән һуңғы билдәләрен ятлау буйынса ярыш буласағы тураһында мәғлүмәт күреп ҡала ла рекорд ҡуйыу хыялы менән янып, шөғөлләнә башлай. Шунан Урал федераль университеты уҡытыусылары ярҙамы менән августа Мәскәүҙә ошо рекордты ҡуйыуҙа ҡатнаша. Махсус бүлмәләге таҡталарға Пи һанының бөтә билдәләрен яҙып сыға ул. Шулай итеп, тәнәфестәр менән бергә 6 сәғәт тә 20 минут эсендә 13 мең 202 билдәне яҙа!
Һөҙөмтәне тикшереп, рекордты раҫлағансы ике ай ваҡыт үтеп китә. Октябрҙә Денисҡа диплом тапшыралар һәм Рәсәйҙең Рекордтар китабына инеүен рәсми рәүештә раҫлайҙар. Бына бит, хыял иткән – мораҙына еткән.
Әйткәндәй, был йүнәлештә донъя рекордын 2015 йылдың мартында һинд студенты Раджвир Мина ҡуйған икән. Ул 70 мең һанды ятлаған!