Бөтә яңылыҡтар
29 Октябрь 2019, 11:11

Автомат ни ашата?

Мәктәбегеҙҙә тәмлекәстәр тултырылған автомат бармы?

Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин белдереүенсә, тикшереүҙәрҙән һуң ундағы ризыҡтарҙың калорияһы һәм ашауға яраҡлылыҡ ваҡыты нормаға тап килмәгәнлеге асыҡланған. Тәм-том сәләмәт туҡланыуға ла ҡамасаулай, кәнфит ашағандан һуң ҡайнар аш йә бутҡа ашағы килмәй, шулай бит?

Тәнҡиттән һуң автомат хужаларына уйланырға урын бар. Киләсәктә уларға балаларға файҙалы ризыҡтар һәм эсемлектәр генә тәҡдим итергә кәрәк булыр, моғайын. Республика етәксеһе Радий Хәбиров та мәғариф министрлығын ошо туралағы фекерен хуплай.
Читайте нас: