Бөтә яңылыҡтар
29 Октябрь 2019, 14:27

Флүр Ғәлимовҡа дәүләт премияһы юллана

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачёв Рәсәй Президентының мәҙәниәт һәм сәнғәт буйынса кәңәшсеһе Владимир Толстойға хат менән мөрәжәғәт иткән.

Унда башҡорт яҙыусыһы Флүр Ғәлимовҡа Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһын юллау тураһында яҙылған. Флүр Ғәлимов был юғары наградаға «Аҙғын тәүбәһе» һәм «Кеше трагедияһы» трилогиялары өсөн тәҡдим ителә. Башҡортостандың бер быуатлыҡ юбилейын билдәләгән йылда талантлы башҡорт яҙыусыһына мәртәбәле премияны тапшырыу бигерәк тә әһәмиәтле булыр ине, шулай бит?!
Читайте нас: