Был күңелһеҙ хәлгә бер йыл ваҡыт та үтеп киткән инде. Камчатка крайының Мильковский районынан 13 һәм 15 йәшлек ике туған ағалы-ҡустылы берәүһенең атаһы эшләгән һыу станцияһына йәйәү бармаҡсы була. Юлда уларға урман шырлығынан айыу килеп сыҡмаһынмы! Күҙ асып йомғансы ҡустыһының эргәһенә килеп баҫа. Шул ваҡытта ағаһы ҡысҡырып, тайыш табанды үҙе яғына йәлеп итә. Ә ҡустыһына: «Йүгер!» – тип ҡысҡыра. Уныһы тыңлап, күрше ауылға ярҙам һорап йүгерә. Тик өлкәндәр ҡорал менән кире килгәндә ҡыйыу үҫмер тын алмаған була инде. Бына шулай ағай кеше ҡустыһын ҡотҡарып, оло батырлыҡ күрһәтә.