Бөтә яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 15:21

Хөкүмәттә ете вице-премьер

Радий Хәбировтың белдереүенсә, Башҡортостан башлығы республика Хөкүмәтен үҙе етәкләй.

Радий Хәбировтың ике яңы беренсе урынбаҫары була. Улар – Андрей Назаров менән Илшат Тажетдинов. Андрей Назаровтың төп бурысы – республиканың 2024 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһында указда билдәләнгән хөкүмәттең милли проекттар күрһәткестәренә өлгәшеү һәм маҡсатлы күрһәткестәрҙе үтәүҙе тәьмин итеү буйынса эшен координациялау. Илшат Тажетдинов республика хөкүмәте аппаратын етәкләргә, уның эшмәкәрлеген тәьмин итеү мәсьәләләрен алып барырға һәм власть органдарының хөкүмәт ҡарарҙарын үтәүен контролдә тоторға, республика проект офисын координацияларға тейеш. Хөкүмәттә ете вице-премьер була. Рәйеф Әбдрәхимов, Илшат Фәзрахманов, Ленара Иванова, Борис Беляев үҙ вазифаларында ҡалды. Фәнүр Йәғәфәров, Ирек Сәғитов һәм Рөстәм Моратов хөкүмәт премьер-министрының яңы урынбаҫарҙары итеп тәғәйенләнде.
Читайте нас: