Бөтә яңылыҡтар
30 Октябрь 2019, 13:27

Киноға ла документ кәрәк

Китапханала һәм кинотеатрҙарҙа йәшегеҙҙе һорап, шәхесегеҙҙе раҫлаусы документ талап итһәләр, аптырап китмәгеҙ.

29 октябрҙән балаларҙы мәғлүмәттән яҡлау буйынса ҡанунға төҙәтмәләр индерелде. Уға ярашлы, ниндәйҙер фильм ҡарарға инер алдынан билет тикшереүсе документыңды күрһәтеүҙе һорай ала. Балалар араһында таратырға ярамаған мәғлүмәттәр булған тамашаларға 18 йәше тулмағандар индерелмәй. Шулай уҡ балалар сеанстары алдынан («+0», «+6», «+12», «+16» категориялары) өлкәндәр фильмдары хаҡында анонс биреү тыйыла.
Читайте нас: