«Ер күтәрмәҫ ауыр был вәхшәтте
Ил күтәрҙе, төшкәс башына.
Килер быуындарға ғибрәт итеп,
Был вәхшәтте тарих онотмаһын,
Онотмаһын тыуыр быуындар...»
Был юлдар Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 1937 йылғы сәйәси репрессия тураһында әсенеп яҙған «Табыныу» поэмаһынан. Бик ауыр йылдар булған. Сталин осоронда беҙҙең рес-публиканан да 50 меңдән ашыу кеше нахаҡҡа ғәйепләнеп, репрессияға эләккән. Улар – урыҫ, башҡорт, татар һәм башҡа милләттәрҙән, крәҫтиәндәр, эшселәр, интеллигенция вәкилдәре, руханиҙар...
Башҡорт кинорежиссёры Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи фильмы нәҡ шул ҡанлы осорҙо һүрәтләй. Сценарийын Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова «Башҡортостан» гәзитенең ул ваҡыттағы баш мөхәррире Ҡасим Аҙнабаевтың иҫтәлектәре буйынса яҙған. Халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Ғөбәй Дәүләтшин, һәҙиә Дәүләтшина, Зәйтүнә Бикбулатова, Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы – буласаҡ балет йондоҙо Нинель Юлтыеваларҙың яҙмышы аша ул ауыр йылдарҙағы ваҡиғаларҙы нисек булған шул килеш күҙ алдына баҫтыраһың... Ә бит сәйәси репрессия ҡорбандарының әллә күпмеһен атҡандар, ҡалғандарын төрмәләргә япҡандар, һөргөнгә ебәргәндәр.
Бөгөн уларҙы иҫкә алабыҙ. Башҡортостанда сәйәси репрессия ҡорбандарының 5 томлыҡ Хәтер китабы сығарылған, Өфөнөң Йәштәр мәҙәниәт һарайы янындағы скверҙа, улар ерләнгән урында, һәйкәл ҡуйылған.