Рамазан Йәнбәков 1934 йылдың 15 мартында Баймаҡ районы Байыш ауылында тыуған. Атаһы, билдәле ҡурайсы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашып, батырҙарса һәләк була. Әсәһе лә бик йәшләй был донъянан китә. Рамазан 1-се Этҡол балалар йортонда тәрбиәләнә. Мәктәп йылдарында уҡ концерттарҙа оҙон көйҙәрҙе йырлай. Ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһында уҡый. 1957 – 1959 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар советы ҡарамағындағы радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса комитет хорының солисы була.
Рамазан Йәнбәков 1961 йылда Башҡорт дәүләт университетының биология факультетын тамамлай, шунан Өфө музыка-педагогия училищеһында уҡыта. 1963 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй башлай.
«Сәлимәкәй», «Уйыл», «Абдрахман кантон», «Шәүрә», «Ерән ҡашҡа» кеүек башҡорт халыҡ йырҙарын, композиторҙар әҫәрҙәрен бөтә СССР буйлап танытҡан мәшһүр йырсыбыҙ Рамазан Йәнбәковтың исеме мәҙәниәт күгендә яҡты йондоҙ булып балҡыр.
Бәхил бул, халыҡ йырсыһы, беҙ һеҙҙе мәңге онотмабыҙ.